Бөгөн республикала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән атайҙар тәбрикләнде. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында үткән тантаналы ултырышта 18 кешегә «Ватан һаҡсыһы атаһы» тип исемләнгән йәмәғәт миҙалы тапшырылды. Ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм Башҡортостанда «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмалары тарафынан булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында Назар Нәжми һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев көйөнә яҙылған «Батырҙар йыры» бөгөн дә көнүҙәк яңғырай. Ватансылыҡ рухында һуғарылған композиция бүләкләнеүселәрҙең күңеленә айырыуса тәьҫир итте. Рәсәй Геройы тәрбиәләгән атайҙарға бөгөн «Ватан һаҡсыһының атаһы» йәмәғәт миҙалы тапшырылды.
Әгәр инде бығаса Рәбиға Ҡушаева исемендәге йәмәғәт миҙалы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм Башҡортостанда «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмалары исеменән әсәләргә тапшырылһа, бөгөн атайҙар ҙа айырым иғтибарға лайыҡ. «Ватан һаҡсыһы» миҙалы менән 18 кеше бүләкләнде. Рәсәй геройҙарҙарының ата-әсәләре тәрән яраларын баҫып яугирҙарҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Тантаналы минуттарҙан һуң, сарала ҡатнашыусылар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.
Азат Ғәлиуллин



