Быйыл көҙ Башҡортостандан дүрт меңдән ашыу ир-егет хәрби хеҙмәткә алына

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы йыл аҙағына тиклем дауам итә. Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт бер йылға иҫәпләнгән. Республиканың хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында тәүге төркөмдөң илдең төрлө хәрби частарына оҙатылыуына бәйле тантаналы митинг уҙҙы. Егеттәр Милли гвардия, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Буласаҡ Ватан һаҡсылары алдында Башҡортостан Хөкүмәте, хәрби комиссариат етәкселеге, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары сығыш яһаны.

Әрме сафына алыныусыларҙың күбеһе уҡыу подразделениеларына йүнәлтелә, унда улар заманса техниканы үҙләштереп, хәрби-учет һөнәрен ала һәм артабан махсус әҙерлек буйынса хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта саҡырылыш буйынса хеҙмәт итеүселәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ