Өфөлә шәфҡәт туташтары араһында «Изге йөрәк һөнәре» тип исемләнгән конкурс башланды


Унда республика район-ҡалаларының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре үҙ оҫталығын һынап, тәжрибә уртаҡлаша. Башҡорт дәүләт медицина университетының симуляция үҙәгендә үтәсәк сарала 21 белгес һынау тота. Профессиональ оҫталыҡ конкурсы өс этаптан тора. Ҡатнашыусылар 80 тест һорауына яуап биреп, беренсе медицина ярҙамын күрһәтәсәк. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырыу ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ