Өфөлә Рәсәйҙең төбәктәренән балалар өсөн этномәғариф сменаһы үткәрелә

Өфөлә Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән балалар өсөн этномәғариф сменаһы һәм уларҙың уҡытыусылары өсөн семинар-кәңәшмә башланды. Өс көнлөк белем биреү программаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтары ҡатнаша.

Семинар «Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙа. Уның барышында педагогик оҫтаханалар эшләй, профилле уҡыу-уҡытыу дәрестәре ойошторола, юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ