"Турахан" мавзолейы янында туристик комплекс булдырыла

Күсмә цивилизациялар музейының төп объекттарын алдағы йылдарҙа төҙөй башлау планлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, әле проекттар әҙерләнә. Туристик комплекс Евразия күсмә цивилизациялар музейын, Башҡорт аты үҙәген, ҡунаҡхана һәм визит үҙәкте берләштерә. - Яҡында "Патриот" паркы ла урынлашҡан. Һәр кем үҙенә яҡын йүнәлеште һайлай ала, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - "Турахан" мавзолейы янында туристик комплекс булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ