Калинин район хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов белдереүенсә, эштәр билдәләнгән план буйынса башҡарыла. Кәрәкле техника һәм материал етерлек. Шаҡша күперенә капиталь ремонт эшләнә. 24 ноябргә тиклем унда машиналар хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды. Күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.




