Башҡортостан халҡы хәҙер махсус ҡушымта ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләй һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшыра, йыйылыштарҙа тауыш бирә ала, шулай уҡ капиталь ремонт пландары менән танышырға һәм идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға мөмкин.
«Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» мобиль ҡушымтаһы менән республикала йәшәүселәрҙең күбеһе әүҙем файҙалана башлаған. Әле үк теркәлеүселәр һаны 180 меңгә еткән. Ҡушымта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә төҙөлгән. Шуға күрә айырым теркәлеү талап ителмәй, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша авторизация үтергә мөмкин. Күсемһеҙ милек, иҫәп-хисап приборҙары һәм уның мәғлүмәттәре автоматик рәүештә килеп сыға. Мәғлүмәт булмағанда, идара итеүсе ойошмаға ғариза ебәрергә кәрәк. Ҡушымтаның төп өҫтөнлөгө - коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән саҡта комиссия алынмай.



