Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте.
«Биҙәктәр» тип исемләнгән йыйынтыҡта Гөлдәриә Йосопова, Мирсәйет Ҡылысов, Рима Арыҫланова, Нәзирә Ишҡолова, Рәзилә Ҡотлогилдина, Харис Теләмов һәм Сәфинә Хәкимованың шиғырҙары тупланған.
Сара «Китап» нәшриәтенең баш ҡалалағы Ленин урамында асылған магазинында исем туйҙары уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус бүлмәлә үтте. Авторҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды. Китап аторҙары араһында хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова ла бар Йыйынтыҡта авторҙың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән илленән ашыу шиғыры урын алған.



