Стәрлемтамаҡ ҡалаһының 7-се урта мәктәбендә спорт залы төҙөкләндерелде


«Башҡорт сода компанияһы» ярҙамы менән иҫке зал тулыһынса яңыртылды. Күләмле төҙөкләндереүгә 28 млн һум аҡса бүленгән. Был суммаға спорт залының иҙән-түшәмдәре яңыртылған, стеналар буялған, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырылған. Бынан тыш физик күнекмәләр үтәү өсөн СПОРТ инвентаре лә һатып алынған. Дүрт йыл элек иҫке спортзалының түбәһе ишелеп, физкультура дәрестәре һәм түңәрәктәр коридорҙа һәм ихатала үткәрелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ