Өфө дәүләт нефть-техник университетында асыҡ ишектәр көнө үтте

Унда  “Роснефть"тың 32 бүлексәһе , шул иҫәптән “Башнефть”тың 10 ойошмаһы ҡатнашты. Асыҡ ишектәр көнөндә юғары уҡыу йорто һәм колледж студенттары, сығарылыш уҡыусылары өсөн вакансиялар тәҡдим ителде. ”Башнефть-Новойл”, “Башнефть-УНПЗ”, "Ырымбурнефть”, "РН-ГРП", “РН-Сервис” предприятиелары уҡыусыларға лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, квиз, монополия кеүек уйындар ойошторҙо. "Роснефть”," Башнефть" белгестәре бер нисә йыл рәттән республикала "Мәктәп-колледж/юғары уҡыу йорто-предприятие" программаһын тормошҡа ашыра.Быйыл “Роснефть класына” - илле уҡыусы 10-сы, егерме биш бала 9-сы класҡа уҡырға инде. 241 йәш белгес юғары уҡыу йорттарын һәм 269 колледжды тамамлап компанияға эшкә урынлаштырылған. Әлеге ваҡытта “Башнефть” компанияһында уҡыу йорттары менән килешеү буйынса көндөҙгө бүлектә уҡыусы 168 студент эшләй.Шулай уҡ студенттар йыл һайын «Башнефть» предприятиеларында практика үтә: 2024 йыл башынан 1694 студент белемен нығытҡан.Талантлы йәштәрҙән кадрҙар резервын булдырыу йәһәтенән компания әүҙем эш алып бара.

Фото №1 - Өфө дәүләт нефть-техник университетында асыҡ ишектәр көнө үтте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ