Скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәл 1967 йылда урынлаштырыла. Ошо ваҡыт эсендә уға бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмай. Быны экспертиза ла раҫлай. Октябрҙә Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза актын баҫтырып сығарҙы. “Монумент авария хәлендә. Уға реставрация талап ителә. Скульптурала ярыҡтар барлыҡҡа килгән, тимер серегән. Постаменттағы плитәләр ярылған. Ҡурған да зыян күргән”, - тип билдәләгән эксперттар. Бөгөн Өфөлә ведомство янындағы Күҙәтеү советы ултырышы үтә. Ул ошо минуттарҙа бара. Совет ағзаһы, Башҡортостан кинемотографистар берлеге рәйесе Зөһрә Бураҡаева һөйләй.
Һәйкәлде төҙөкләндереү 1 йыл самаһы дауам итә. Ремонт хаҡы 300 миллион һумдан ашыу була. Сумманы баш ҡала бюджетынан бүлеү ҡарала.




