Нефтекамала 67 йәшлек ир автомобиль аҫтында ҡалып һәләк булған


Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл фажиғәһе кисә киске сәғәт 7-ләр тирәһендә Юбилей проспектында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 15-се модель «ВАЗ» автомобиленең 20 йәшлек водителе рөхсәт ителмәгән урында сығып барған йәйәүлене бәрҙерә. Тикшереү барышында ҡазаға тарыусының кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмауы асыҡлана. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ир алған тән йәрәхәттәренән дауаханала вафат була. Осраҡ буйынса тикшереү башлаған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ