Өфө хакимиәте МХО-ла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандарға яңы ярҙам сараһын индерҙе

Хәрби хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ярҙам ҡала төҙөүселәре менән берлектә әҙерләнгән. Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр ҡалала торлаҡты 500 мең һум ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн акцияла ҡатнашҡан төҙөүсегә мөрәжәғәт итергә һәм контрактты раҫлаған документ, шулай уҡ ташламаға купон килтерергә кәрәк. Уны Өфө райондары хакимиәттәрендә алырға мөмкин. Ярҙам килешеү 2024 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә тиклем Өфө хәрби комиссариаттарының береһендә төҙөлгән осраҡта күрһәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ