Алдағы осрашыуҙан айырмалы был юлы дәғүәселәр тәүге минуттарҙан уҡ дилбегәне үҙ ҡулдарына алды. Һөҙөмтәлә улар беренсе осорҙа юлаевсылар ҡапҡаһы артында ике тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Шайбаларҙың береһен Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Павел Шэн индерҙе. Тәнәфестән һуң яҡтар уңышҡа өлгәшә алманы, ә бына өсөнсө осорҙа яҡташырыбыҙ ҡунаҡтарҙың тағы ла ике голына ике шайба менән генә яуап ҡайтарҙы. Уларҙың авторҙары Денис Ян менән Артем Горшков. Шулай итеп уйын Владивосток клубы файҙаһына 4-2 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе осрашыуҙы юлаевсылар иртәгә Санкт- Петербург армеецтары менән үҙ боҙонда үткәрә.



