Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның һәм төбәктең оператив штабының берлектәге ултырышын үткәрҙе


Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның һәм төбәктең оператив штабының берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың сәнәғәт объекттарын террористик һөжүмдәрҙән, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау мәсьәләһе тикшерелде.

Ултырышта республиканың көс структуралары, төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, Башҡортостандың эре сәнәғәт объекттары етәкселәре ҡатнашты. Билдәле булыуынса, кисә Өфөнөң яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына дошмандың өс пилотһыҙ аппараты һөжүм итте. Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ, предприятиелар штат режимында эшләй, -тине Радий Хәбиров.

Республиканың оператив хеҙмәттәре хәлгә ваҡытында яуап бирҙе һәм үҙ бурыстарын үтәне. Төбәк башлығы предприятие етәкселәренә мөһим сәнәғәт объекттарын террористик һөжүмдәрҙән һаҡлауҙы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙҙең бурысығыҙ - бының өсөн тейешле саралар күреү. Республика, һис шикһеҙ, ошо йәһәттән ярҙам күрһәтергә әҙер, - тине Башҡортостан башлығы. Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларының хәүефһеҙлеген арттырыу тәҡдимдәрен тикшерҙе.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ