Улар ҙа хәүефһеҙлек тәьмин итә. Йәмғиәттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген. Ялан батырҙары бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан тармаҡ министрлығы хеҙмәттә ҡаһарманлыҡ күрһәткән ауыл хужалығы эшсәндәрен юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләне. Айнур Кәбиров һөйләй.
Ҡоролоҡҡа әҙерләнеп ҡойма ямғырҙар башланғас та ауыл эшсәндәренең кәйефе төштө, Ләкин ҡулдар төшөрөлмәне. Аграрийҙар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Көҙгә табан яҡшырған көндәрҙең һәр минутын файҙаланып ярайһы уҡ мул ашлыҡ тупланды. Уңыш булмаһа бәлә, ә күп булып һаҡлар урының ҡалмаһа, фажиғә, быйыл ашлыҡ үҙебеҙгә етерлек һәм һатыуға сығарыу өсөн дә булды, тине тармаҡ министрлығы етәксеһе.
Был уңышта ауыл ерендә эшләүсе һәр кемдең өлөшө. Ябай мал ҡараусынан алып хужалыҡ бухгалтерына тиклем. Ирәндек үҙе генә мәҫәлән быйыл мең гектарҙан ашыу ерҙе эшкәрткән. Йәш булыуға ҡарамаҫтан ул инде нисәнсе йәй диңгеҙ ярын иген тулҡындарына алмаштыра. Бөгөн ул тырыш хеҙмәте өсөн дәүләт наградаһы менән бүләкләнде.
Һөнәри байрам ул - алға яһалған ҙур бер аҙым һәм тағы бер ҡабат үткәндәргә әйләнеп ҡарау мөмкинлеге лә. Күптәрҙең иңендә тиҫтәләрсә йылдар ер эшенә тоғролоҡ ята. Баҫыуҙа йөрөп балалар үҫкәнен дә, тормош үткәнен дә һиҙмәнек, әммә был һөнәрҙе һайлағанға һис тә үкенмәйбеҙ, ти улар.
Был профессияла ауылға ғашиҡ кешеләр генә эшләй. Күптәр икенсе һөнәр алһалар ҙа ер эшенә тоғро ҡалған.
Был награда хеҙмәттәге ҡаҙаныштарға баһа ғына түгел, ә яуаплылыҡ та, ти ауыл хужалығы эшсәндәре. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр иңендә ер эшенә йәштәрҙе ылыҡтырыу бурысы ята.
Һөнәри байрам алдынан ике йөҙгә яҡын хеҙмәткәр төрлө дәүләт наградалары менән тәбрикләнде. Тимәк, йәштәргә өлгө алырлыҡ миҫал бар. Киләсәккә орлоҡ тап бөгөн сәселә, ти аграрийҙар.
Айнур Кәбиров




