Ноябрҙә ниндәй үҙгәрештар көтөлә


Рәсәйҙә махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының дәрәжәһен раҫлаусы берҙәм документ индерелә. Үҙгәрештәр Оборона министры Андрей Белоусов башланғысы менән тәҡдим ителгән. Хәҙер белешмәне «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм күп функциялы үҙәк бүлексәһендә рәсмиләштерергә мөмкин. Ул алғы һыҙыҡта торған яугирҙарҙың туғандарына ла бирелә. Яңылыҡ социаль ярҙам сараларын алыуҙы күпкә еңеләйтә. Атап әйткәндә, ул төрлө инстанциялар буйлап йөрөүҙән арындыра. Эш ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, ниндәйҙер бюрократик ҡаршылыҡтарһыҙ башҡарыласаҡ.

Бөгөндән фатир хужалары һыуҙы иҫәпләү приборҙарын тикшереүҙе үҙҙәре раҫларға тейеш түгел. Был процедура буйынса бөтә мәғлүмәттәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһына автомат рәүештә тапшырыла. Тәү ҡарашҡа был мөһим булмаған үҙгәреш, әммә ғәмәлдә ул торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн артыҡ түләмәҫкә ярҙам итә. Элек, әгәр хужа ваҡытында иҫәпләшмәһә йәки күрһәткестәрен тапшырып өлгөрмәһә, ҡулланылған һыу өсөн генә түгел, ә нормативҡа ярашлы түләй ине.

Октябрҙә 80 йәше тулған хаҡлы ялдағылар бөгөндән арттырылған пенсия ала башлай. Улар өсөн страховка пенсияһының билдәләнгән суммаһы ике тапҡырға күтәрелә, йәғни 8 мең 134 һум урынына 16 мең 269 һумға етә. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, үҙгәреш автоматик рәүештә башҡарыла. Был шулай уҡ яңы ғына беренсе инвалид төркөмө булған пенсионерҙарға ла ҡағыла. Социаль пенсия, ҡараусыһын юғалтыу һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусылар закон буйынса был өҫтәмәгә дәғүә итә алмай.

Бөгөндән почетлы донорҙар өсөн түләүҙәр автоматлаштырыла. «Рәсәйҙең почетлы доноры» билдәһе менән бүләкләнеүселәргә йыл һайын аҡсалата түләү бирелә. Быйыл уның күләме - 17 мең 324 һум. Аҡсаны алыу өсөн донорҙар йыл һайын ғариза яҙырға тейеш. Хәҙер түләү тәртибе үҙгәрә: «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ризалыҡты бер тапҡыр раҫлау етә, ә түләү йыл һайын күрһәтелгән реквизиттарға автоматик рәүештә күсә.

Бөгөндән 10 мең яҙылыусыһы булған блогерҙар мәғлүмәттәрҙе Роскомнадзорға тапшырырға бурыслы. Һүҙ шул иҫәптән мессенджерҙарҙағы йәмәғәт каналдары тураһында бара. Ғәмәлгә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, улар 10 эш көнө эсендә күҙәтеү ведомствоһына шәхси сәхифәнең атамаһын, уның интернеттағы адресын, битенең хужаһы һәм администраторҙары тураһында тулы мәғлүмәттәрҙе тапшырырға тейеш. Роскомнадзор исемлегенә индерелмәгән сәхифә хужалары реклама һәм финанслау буйынса тәҡдимдәр бирә алмаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ