Өфө фән һәм технологиялар университетында яңы медиаүҙәк эш башланы


Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында булдырылған проект илдең 60 ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда тормошҡа ашырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Айгүзәл Вәлиева Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында белем ала. Дүрт йыл уҡыу осоронда ул бер-нисә тел үҙләштерергә, профессиональ фото төшөрөргә лә өйрәнә. Өфө фән һәм технологиялар университетында асылған медиүҙәк киң мөмкинлектәргә аса.

«Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығының студенттар медиаүҙәге» проекты 2021 йылда Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумынан һуң тормошҡа ашырыла башлай. Бөгөн медиаүҙәк илдең 60 юғары уҡыу йортонда булдырылған. Өфөләгеһен асыу тантанаһына ҡунаҡтар менән бергә, киң мәғлүмәт сараларында эшләргә теләгән студенттар махсус саҡырылды.

Медиаүҙәк асылған көндә студенттар 4 мәғариф лекцияһын тыңланы. Түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар артабан Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында ойошторолор тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ