Сара 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланды. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Дуҫлыҡ Монументына 1957 йылда - Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыллығына бағышлап нигеҙ һалына. Бөгөн был мемориал республикала йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәренең берҙәмлеге символы булып тора. Монументтың бейеклеге - 35 метр. Унда "Рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк дуҫлығына дан" тигән һүҙҙәр уйылып яҙылған.




