Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Илһөйәрлек сараһына төрлө ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яугирҙар һәм ветерандар ҡушылды. Башҡортостан дәүләт концерт залында төбәк башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге байрамы алдынан тантаналы саралар үтә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалып республика халҡын ҡотланы. 1612 йылда был көндә Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ирекле халыҡ ғәскәре Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат иткән.
Йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре бер ғаиләләй йәшәгән төбәк өсөн татыулыҡ тәрән мәғәнәгә эйә, алға ынтылыу өсөн яңы көс өҫтәй. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төбәк башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Халыҡтар дуҫлығын сағылдырған дәүләт байрамы бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Ватан һаҡсылары илбаҫарҙар менән көрәш алып барыу өсөн берләшеп, алғы һыҙыҡта хәрби хеҙмәтен башҡара.
Берҙәмлек - бөйөк көс һәм ул башҡа милләттәрҙең динен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен ихтирам итеүҙән башлана.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә дәүләт наградаларын алыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың бөтәһен дә туған иленә һөйөү һәм хеҙмәткә тоғролоҡ берләштерә.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө ата-бабаларҙан күсеп килгән батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын мәңгеләштереү, Ватанға тоғро ҡалып уны һаҡлау маҡсаттарында ойошторола. Дәүләт байрамы быуындар бәйләнешен нығыта, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиләүҙе күҙ уңында тота.
Флорида Ким




