"Салют" реабилитация үҙәге эшмәкәрлеге буйынса Координация советы булдырылды

Республика Башлығының ошо турала указы бар. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр портында танышырға  мөмкин. Координация советы рәйесе итеп Башҡортостан хөкүмәте  премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы  Урал Килсенбаев тәғәйенләнде. Совет составына шулай  уҡ  Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Республика балалар клиник дауаханаһы вәкилдәре инде. Балалар реабилитация үҙәге быйыл октябрҙә асылды. Ул Рәсәйҙә үҫеш үҙенсәлеге булған балаларҙы һауыҡтырыу, уҡытыу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу буйынса иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе буласаҡ.

Фото №1 - "Салют"  реабилитация үҙәге эшмәкәрлеге буйынса  Координация советы булдырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ