Хәйбула районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Таштуғай ауылынан “Аҡъяр” ҡушаматлы хәрби “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Яугир ике йылдан ашыу алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Республика ир-егеттәре яҡташтары менән бер сафҡа баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Ситуация үҙәгендә белешмә алырға мөмкин. Бәйләнеш телефоны: 122 йәки 8(347)218-19-19. Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40 төр ярҙам сараһы ҡаралған.




