Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхәфәһендә төбәк халҡын байрам менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхәфәһендә төбәк халҡын байрам менән ҡотланы. Ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Һәр көн беҙҙе ныҡлыҡҡа һынай. Беҙ уларҙы бары тик берләшеп кенә еңә алабыҙ. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡулына ҡорал тотоп илебеҙҙе һаҡлай. Тылда ла бергәләшеп еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Һәр кем үҙ урынында үҙ эшен башҡара - дауалай, балалар уҡыта, иҡтисадты үҫтерә, ил ҡеүәтен арттыра. Бер кем дә милләтенә лә, диненә лә ҡарамай. Республикабыҙ, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге - беҙҙең төп байлығыбыҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! - тигән Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ла төбәк халҡын байрам менән ҡотланы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ