Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған мемориаль комплекс асылды

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Стәрлебаш районының Первомайский ауылында ремонттан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған мемориаль комплекс асылды. Тантанала район етәкселеге, хәрби комиссариат, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.

Быға тиклем биләмәлә тик һәйкәл генә була. Әле уның эргәһенә мемориаль таштар ҡуйылған. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балаларының исемдәре яҙылған. Комплексты урындағы халыҡ үҙ көсө менән яңыртҡан, 600 мең һум аҡса йыйған. Район хакимиәте, ауыл советы ла ярҙам күрһәткән. Һөҙөмтәлә ауыл үҙәгендә ветерандарҙы хөрмәтләп иҫкә апыр урын яңы һулыш алған. Киләсәктә бында патриотик саралар үткәреү планлаштырыла. Комплексты асыу тантанаһында һәйкәлгә сәскә һалынды, концерт күрһәтелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ