Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар метеорологик күренештәр фаразланыуы хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар метеорологик күренештәр фаразланыуы хаҡында иҫкәртә. 5 ноябрҙә республиканың айырым райондарында юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтеләсәк. Быға бәйле дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең социаль селтәрҙәрендә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Ҡар яуыуы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәрәкәтенә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра. Шуға ла бындай һауа шарттарында руль артындағыларға хәрәкәттең оптималь тиҙлеген һайларға кәңәщ ителә, шул уҡ ваҡытта киҫкен маневрҙарҙан яһауҙан тыйылырға, йәйәүлеләрҙең юлға килеп сығыуына әҙер булыу талап ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ