Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары яңы лабораторияларҙа белем ала


Улар «Профессионалитет» федераль проекты нигеҙендә асылған. Ошо уҡ программа буйынса мәғариф кластеры ла булдырылған. Унда тағы ла 3 колледж, 7 ҡала һәм район дауаханаһы, дәүләт дарыуханаһы һәм Квалификация күтәреү үҙәге ингән. Уртаҡ маҡсат - һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙар ҡытлығын кәметеү. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Кеше ҡулын хәтерләтәеүсе тренажерҙа инъекцияларҙы дөрөҫ һәм ауырттырмай ҡаҙарға өйрәнә. Манекенда хатта ҡан тамырҙары ла күренә. Ысынбарлыҡҡа тап килетерелгән тренажерҙар «Пациенттарҙы медицина һәм социаль тәрбиәләү лабораторияһы»нда урынлашҡан. Укол яһау, система ҡуйыу кеүек күнекмәләрҙән тыш, студенттар паллиатив дауалау нескәлектәренә төшөнә. Был стационар шарттарында ғына түгел, хоспис һәм өйҙә дауаланыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәк.

Ә буласаҡ акушерҙар яңы тыуған сабыйҙы тәрбиәләү күнекмәләрен шымарта - кендекте эшкәртеү, һыу индереү, баланы йүргәккә төрөү...

Бөрө медицина-фармацевтика колледжында «Профессионалитет» федераль программаһы сиктәрендә 7 лаборатария булдырылған. Һәр береһе дауаханаларҙа булырға тейешле заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ пациенттар ролен башҡарыусы манекендар ҙа бар, улар иһә ҙурлығы, ауырлыҡ һәм диагнозы менән айырыла.

Заманса лабораториялар колледж нигеҙендә төрлө ярыштар үткәрергә лә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, йәйгеһен һөнәри оҫталыҡ чемпионатын ҡабул иткәндәр. Унда Рәсәйҙең 42 төбәгенән йыйылған студенттар көс һынашҡан.

Бының менән генә туҡталып ҡалмайҙар, әлеге ваҡытта колледжда һанлашытырыу эше бара. Уның һөҙөмтәһендә ике лаборатория асыу күҙаллана. Тәүгеһе һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты булһа, икенсеһе- медицинала Виар-технологиялар ҡулланыуға бағышланасаҡ. Уларҙы йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү ҡаралған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ