Рәсәйҙә 8 ноябргә тиклем «Ҙур этнографик диктант» мәғрифәтселек акцияһы дауам итә

Быйыл 8-се тапҡыр уҙғарылған акция «Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!» девизы аҫтында үтә.Зәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһы хеҙмәткәрҙәре диктант яҙыр алдынан акцияла ҡатнашыусыларҙы ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар фондында һаҡланған боронғо документтар менән таныштырҙы. Китапхана коллективы менән бергә этнографик диктантты республиканың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә яҙҙы.

Этнографик диктанттың маҡсаты - кешеләрҙе Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте менән таныштырыу, милли йолаларына йәлеп итеү, халыҡтың этнографик грамоталылығын күтәреү. Халыҡтар дуҫлығы. һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек акцияһында йыл һайын миллиондарса кеше ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ