Башҡортостанда машинаны газонда ҡалдырған өсөн штрафты арттырырға тәҡдим итәләр

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты Административ кодексҡа төҙәтмәләр әҙерләгән. Уларға ярашлы, транспортты сәселгән үлән, түтәл, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдырған өсөн штраф 3 мең һумға еткерелә. Талапты ҡабатлап боҙоусылар өсөн сумма тағы ҙурыраҡ була. Шулай уҡ ғаиләлә ҡул күтәргән өсөн штрафты арттырырға тәҡдим ителә. Әле ундайҙарҙан 300 һум ғына түләтеү ҡаралған. Проект авторҙары штрафты 3 мең һумға тиклем арттырыу яҡлы.

Фото №1 - Башҡортостанда машинаны газонда ҡалдырған өсөн штрафты арттырырға тәҡдим итәләр
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ