Хәҙер ул Күп функциялы үҙәк, йә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирелә. 1 ноябрҙән ошондай мөмкинлек булдырылды. Әлегә тиклем был документты алыу өсөн хәрби часҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Ғариза 4 көн эсендә ҡарала. Өҫтәмә тикшереү талап ителһә, 30 көнгә тиклем һуҙылыуы мөмкин, тип хәбәр итәләр Республика күп функицялы үҙәгенән. Белешмә алыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының шәхесен раҫлаусы документ кәрәк.




