Урта дөйөм белем биреү учреждениеһы 1 мең 225 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөш "Мәғариф" милли проектына ярашлы финансланған. Федераль ҡаҙнанан миллиард һумдан ашыу тотонолған. Мәктәпте асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Иглин ауылында 7 меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы бар. Яңы белем усағы икенсе сменала уҡыусылар һанын кәметеү мөмкинлеге бирә.




