Әбйәлил районы Хәлил ауылы егете Айгиз Ирназаровтың исеме мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлап башын һалған яугирға хәтер һәм хөрмәт сараһы ул белем алған Өфө автотранспорт техникумында уҙҙы.
Айгиз Басир улы Ирназаров белем алған техникумда хәтер һәм хөрмәт сараһында яугирҙың әсәһе, туғандары, дуҫтары, уҡытыусылары, ҡыҙыу нкөтәләрҙә булған хәрбиҙәр ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Айгиз Басир улының яҡшы кеше, һәләтле студент булыуын телгә алды.
Айгиз Ирназаров танк батальонында илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлап 22 йәшендә, 2022 йылдың 12 авгусында батырҙарса һәләк була.Вафатынан һуң генерал Шайморатов ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Илебеҙ именлеген һәм данын яҡлаған герой-егеттәребеҙ хаҡында хәтерҙе һаҡлау һәм ҡаһарманлығын йәштәргә еткереү-изге бурыс. Тыныс тормош хаҡына ғүмерен аямаған, тыуған иленә иң ауыр минуттарҙа тоғро ҡалған.
Айгиз Ирназаровтың исеме йөрәктәрҙә мөңге һаҡланыр.Әбйәлил районы Хәлил ауылы егете ҡаһарманлығы йәштәргә өлгө булып тора.
Гүзәл Борханова



