Сара уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы, студенттарҙы һәм бизнес вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өлкәһендә эшләүселәрҙе берләштереүсе форум пленар ултырыштан башланды. Унда республиканың Мәғариф һәм фән, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары, хакимиәт вәкилдәре, төрлө өлкә белгестәре сығыш яһаны. Сығарылыш класс уҡыусылары Евразия халыҡ-ара студенттар кампусы директорына һорауҙар бирҙе. Республиканың сәнәғәт, иҡтисад һәм мәғариф өлкәһе өсөн кадрҙар әҙерләү һәм йәлеп итеү беҙҙең берҙәм бурыс, тиелде осрашыу барышында.
Оҫталыҡ дәрестәрендә белгестәр ата-әсәләргә шәхес тәрбиәләү буйынса тәҡдимдәр бирҙе. Уҡытыусылар һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ижади белем серҙәренә төшөндө. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, урта махсус уҡыу йорттары, вуз етәкселәре өсөн идара итеү буйынса кәңәшмә уҙҙы. Шулай уҡ форум сиктәрендә уҡыусыларға буласаҡ һөнәр һайлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Малай-ҡыҙҙар республиканың төрлө вуздары менән яҡындан таныша алды.



