Радий Хәбиров Иглин районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты


Иглин ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе оло ҡайғыларын уртаҡлашып, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәт үтәгәнгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә награда үлгәндән һуң тәғәйенләнгән. «Улар беҙҙең ысын геройҙарыбыҙ, тотош республика ғорурлана, исемдәрен мәңгелләштереү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балаларына һәр ваҡыт иғтибар буласаҡ», -тине Радий Хәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ