Быға тиклем бындай мөмкинлек менән балалар һәм үҫмерҙәр файҙалана ала ине, хәҙер 18 йәштән өлкән инвалидтар ҙа бушлай реабилитация үтергә хоҡуҡлы. Сертификат 52 мең һумға тиң. Был суммаға реестрҙағы медицина ойошмаларында дауаланыу курсын алырға була. Реабилитация хеҙмәттәрен күрһәтеүсе клиникаларҙың береһе менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Тулҡын терапияһы. Ул терәк-хәрәкәт аппаратын дауалауҙа, быуындар һыҙлағанда, йөрәк ауырыуҙары менән сирләүселәргә лә ярҙам итә, ти табиптар. Кушеткала - өсөнсө төркөм инвалиды Гөлнара Белицкая. Ҡатынға бала сағында уҡ йөрәк ауырыуы диагнозы ҡуйыла. Һуңғараҡ тубығын йәрәхәтләндерә. 10 йыл элек Гөлнара йөрәгенә ҡатмарлы операция кисерә. Шуға күрә йыл һайын табипҡа күренеп, реабилитация үтеп торорға кәрәк. Был юлы дауалау курсы сығымдарын дәүләт ҡаплаған.
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан клиника терәк-хәрәкәт аппараты, быуындар һәм умыртҡа һөйәге, лимфа тамырҙарын дауалауҙа хеҙмәттәр күрһәтә. Быйыл февралдә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бәлиғ булған инвалидтарҙы реабилитациялауға сертификаттар биреүҙе иғлан иткәйне. Медицина ойошмаһы реестрға инеп, хеҙмәттәрҙе сертификат буйынса түләүселәрҙе ҡабул итә башлаған. Октябрҙә генә 8 пациент мөрәжәғәт иткән.
Әлеге ваҡытта республикала бәлиғ булған һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн 393 сертификат тапшырылған, уларҙың һәр береһенең финанс тәмьминәте 52 мең 500 һум тәшкил итә. Уның менән йылына бер тапҡыр ҡулланырға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова



