Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев ошо турала белдерҙе. Мобиль ҡушымта ярҙамында тауарҙың сифатын тикшерергә, етешһеҙлектәр тураһында контроль органдарға хәбәр итергә була. Бөгөн тамғалау системаһы 24 төр тауар өсөн ҡаралған. Дарыу, һөт ризыҡтары, тәмәке, май, аяҡ кейеме, еңел сәнәғәт тауарҙары, балыҡ, һыу һәм башҡа продукция тамғалана.




