«Башнефть" Шишмә районы коммуналь хеҙмәттәре өсөн техника һатып алды

Фронталь тейәгес һәм күп функциялы манипулятор Башҡортостан һәм «Роснефть» араһында хеҙмәттәшлек  тураһында килешеү сиктәрендә  алынған.     Яңы техника ыҡсым булыуы,  юғары ҡеүәте һәм етеҙлеге менән айырылып тора. Мәҫәлән, манипулятор  төҙөлөш эштәрендә, йөк ташыуҙа, шулай уҡ ҡар таҙартыуҙа   ҡулланыла. Тормош сифатын, инфраструктураны  яҡшыртыу маҡсатында ҡабул ителгән  күләмле социаль программа буйынса  «Роснефть " етештереү эшмәкәрлеге алып  барған төбәктәрҙә халыҡтың социаль йәшәйешен күтәреүгә  ҙур өлөш индерә. Һуңғы биш йылда «Башнефть» ярҙамында Шишмә районында  халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштә  мәҙәниәт йорто төҙөлдө, Шишмә ҡасабаһында 2-се мәктәптең  ҡыйығы капиталь ремонтланды, Горный ауылында һыу үткәргес  тәртипкә килтерелде, Языково-Балышлы-Шишмә автомобиль юлы капиталь ремонтланды.

Фото №1 - «Башнефть"   Шишмә районы коммуналь хеҙмәттәре  өсөн техника һатып алды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ