Әбйәлил районы Хәлил ауылынан Айгиз Ирназаровҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ул яугир белем алған Өфө автотранспорт техникумы бинаһына беркетелде. Һалдаттың әсәһе Гөлнара Ирназарова хәтирәләре менән уртаҡлаша.
“Айгиз Ирназаров - ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем ил һағында торҙо”, - ти Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугиры, махсус хәрби операция ветераны Флүр Ғарипов.
Айгиз Ирназаров 2022 йылда хәрби бурынсын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугир үлгәндән һуң, Генерал Шайморатов орденына һәм “Батырлыҡ өсөн“ миҙалына күрһәтелә.




