Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, шулай уҡ спорт министрлыҡтары ойоштора. Фестивалдең маҡсаты-һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын һәм социализацияһын үҫтереү.
Тәүге этапта ҡатнашыусылар үҙҙәренең һәләттәрен дистанцион форматта күрһәткән. Йыр һәм бейеү башҡарғандар. Тәүге көндә Өфөлә биҙәү-ҡулланма сәнғәте, йөҙөү буйынса бәйгеләр уҙҙы. Республика төбәктәрендә йәшәүсе 45 бала Черниковка биҫтәһендәге 25 метрлыҡ бассейнда үҙ көстәрен һынаны.
Уҡыусылар шулай уҡ шахмат турнирында ҡатнашты. естиваль ҡунаҡтары Ҡурсаҡ театрында спектакль ҡараясаҡ. Мәҙәни- спорт сараһына бөгөн йомғаҡ яһала.



