Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде, Башҡортостан Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм норманың 23 процентын яуған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре техниканы алдан әҙерләгән. Тәүге ҡар эҙемтәләрен бөтөрөү хаҡында киләһе яҙмала.
Уҙған төндә яуған ҡар иртәнге сәғәттәрҙә тарнспорт хәрәкәтендә тотҡарлыҡтар тыуҙырҙы. Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде.
Автоһәүәҫкәрҙәргә лә тәүге ҡар артыҡ мәшәҡәт тыуҙырҙы. Йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырып өлгөрмәгәүселәр шиномонтажкаларға ашыҡты.
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 23 проценты яуған. Ҡар 7 сантиметр ҡалынлыҡта һалған. Аҙна аҙағына һауа торошо бер аҙ йылыта тип фаразлай синоптиктар.
Мул итеп яуған ҡар ҡала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә лә мәшәҡәт тыуҙырҙы. Улар тәүлек әйләнәһенә ҡаланы ҡарҙан таҙарта. Төп иғтибар урам-юл селтәренә, тәү сиратта төп магистралдәргә, ә һуңынан икенсел юлдарға бирелә. Күперҙәр, юл үткәргестәр һәм ҡатмарлы ҡала участкалары боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртелә. Урамдарҙы таҙартыуҙа 300-ҙән ашыу берәмек техника һәм ошо уҡ күләмдә хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән, ә ихата биләмәләрендә йөҙгә яҡын махсус машина һәм 800-ҙән ашыу кеше эшләй.
Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә иртәнге сәғәт һигеҙҙән көсәйтелгән режимда эшләй. Уларға һәр ваҡыттағыса юл ситенә ҡалдырылған автомобилдәр ҡамасаулай.
Урамдарҙан йыйылған ҡар ауыр тоннажлы автомобилдәрҙә Совет районының ҡар иретеү пунктына килтерелә. Ҡала эсендә ҡар иретеү иҡтисадм яҡтан да ҡулай, ти белгестәр.
Ҡарҙан таҙартыу өсөн ғаризаны «ҡарлы Өфө» интерактив картаһында ҡалдырырға шулай уҡ Өфөнөң берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Унда ситуация үҙәге эшләй.
Гүзәл Борханова



