ӨФТУ студенттары республиканың экологик именлеген тәьмин итеү мөмкинлектәре менән танышты


Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. «ГосСтарт. Диалог» федераль проекты сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары республиканың экологик именлеген тәьмин итеү мөмкинлектәре менән танышты. Йәштәр алдында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов сығыш яһаны. Осрашыу барышында ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу, ҡалдыҡтар әйләнеше, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә бәйле мәғлүмәт еткерелде, министрлыҡ тарафынан тормошҡа ашырылған программалар барланды. Студенттар дәүләт хеҙмәте мөмкинлектәрен белеште, федераль проекттың тәүмаҡсаты ла профориентацияға йүнәлтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ