Өфөлә Фәйзи Ғәскәров менән «Лезгинка» бейеү ансамблдәре сығыш яһай

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Дағстандың «Лезгинка» бейеү ансамбле сығыш яһай.

Ансамблдәрҙең уртаҡ концерты менән Рәсәй халыҡтарының хореография сәнғәте фестивале тамамлана. Матбуғат кәңәшмәһендә бейеүҙәргә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, сараға йомғаҡ яһалды. Фестивалде Ғәскәров исемендәге ансамбль менән «Уфанет» компанияһы ойошторған. Ул Өфөлә илдең данлыҡлы коллективтарының бай мәҙәниәтен күрһәтеүсе сара булараҡ әһәмиәтле.

Ғәскәровсылар «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары» һәм башҡа бейеүҙәрен тәҡдим итте. Проектта бөтәһе Мәскәү, Красноярск, Силәбе, Үзбәкстан, Татарстан һәм Липецк өлкәһе коллективтары ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ