Мәсьәләләр торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағылды. Граждандар мөрәжәғәтен фирҡәнең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү ойошмаһы етәксеһе Эльвира Айытҡолова һәм республиканың торлаҡ-коммуналь министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова тыңланы. Проблемалар башлыса капиталь ремонт, өйҙө йылытыу, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуға ҡағылды. Йәмғеһе дәүләт эшмәкәрҙәре ике тиҫтәгә яҡын гражданды ҡабул итте. Сара бөтә ил буйынса үткән «Берҙәм Рәсәй» партияһының халыҡты ҡабул итеү аҙналығы сиктәрендә уҙҙы.



