Ул "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы төҙөлә. Бында Радий Хәбиров булды, төҙөлөш барышын ҡараны. - Ауыл ҙур. Мең кеше йәшәй. Әлбиттә, мәҙәниәт йорто кәрәк, - тине Республика Башлығы. Бер ҡатлы бинала 150 кешелек тамаша залы, китапхана урынлаша. Драма түңәрәге ойошторола, физкультура, аэробика менән шөғөлләнеү мөмкинлеге була. Төҙөлөш өсөн 126 миллион һум тотонола.




