Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районындағы учреждение хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. - 1969 йылда бында профилакторий асыла. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында минераль һыу, ҡымыҙ менән дауалау шифахана үҫешенә ҡеүәт бирә. Ул республиканан ситтә лә танылыу яулай. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләрсә мең кеше "Ҡарағай"ҙа һаулығын нығыта. Әле бында 200-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы уларға дәүләт наградалары тапшырҙы.




