Бындай мотоциклдар ауыр урындарҙа маневр яһау өсөн уңайлы. Багги һәм квадроцикл үтә алмаған урындарҙан питбайк еңел һәм тиҙ уҙа. "Рәхмәт, Геннадий Васильевич! Беҙ бергә", - тип яҙған телеграм-каналында хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев. Ул шулай уҡ Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон яугирының видеояҙмаһы менән уртаҡлашҡан.




