Балаҡатай районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп Лилиә Мулланурова һайланды

Был ҡарарҙы район советы депутаттары бер тауыштан үҙ ултырышында ҡабул итте. Шуны билдәләргә кәрәк, Лилиә Рәмил ҡыҙы - Башҡортостанда районды етәкләгән бишенсе ҡатын-ҡыҙ. Төбәктә был вазифаларҙы тағы ла Иглин районында Гүзәл Насирова, Стәрлетамаҡ районында Рита Сәмиғуллина һәм Благовещен районында Анна Карабанова биләй. Шулай уҡ республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко ла элек Ҡыйғы районы етәксеһе булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ