Коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланды


Өфө мэры Ратмир Мәүлиев коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланыуын белдерҙе. Ул ҡыш миҙгелендә урамдарҙа, ихаталарҙа һәм йәмәғәт транспортында уңайһыҙлыҡтар килеп тыумаһын өсөн бар көстө һалып эшләргә ҡушты.

Уҙған тәүлектә ҡар айлыҡ норманың 17-23 проценты яуған. Урамдарҙа һәм ихаталарҙан 1,2 мең кубометр ҡар сығарылған. Һауа торошо боҙолоуға бәйле коммуналь хеҙмәткәрҙәр көсәйтелгән эш режимына күсте. Өфө мэрияһы мәғлүмәте буйынса, бөгөн көндөҙ ҡала урамдарында 277 хеҙмәткәр һәм 183 берәмек төрлө техника эшләй, ә уҙған төндә 38 юлсы һәм 159 ҡар таҙартыу машинаһы йәлеп ителгән. Өфөнөң барлыҡ райондарында ла йәйәүлеләр юлдарына айырым иғтибар бүленә. Йәрәхәт алыуҙы иҫкәртеү өсөн 471 тонна боҙлауыҡҡа ҡаршы материал ҡулланылған. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә республикала ҡар яуыуын фаразлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ