Ике аҙна дауамында йорт йылыһы. Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Спутник» ҡушаматлы яугир ялын тыуған ере - Хәйбулла районында ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә.
«Спутник» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция биләмәһенә 2024 йылдың мартында үҙ теләге менән юллана. Уның ике ҡыҙы менән ҡатыны ла Ватанды һаҡлау изге бурыс икәнлеген яҡшы аңлай. Геройыбыҙ артыҡ һүҙсән түгел. Яҡындарына махсус хәрби операция тураһында һөйләмәҫкә тырыша. Илебеҙҙең дошманды еңәсәгенә ышанысы көслө.



