Рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу мәсьәләләре йәмәғәт палатаһы ултырышында өйрәнелде

Рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу мәсьәләләре Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ултырышында өйрәнелде. Был йүнәлештә эш алып барыу өсөн ваҡытлыса профилле төркөм дә ойошторолған.

Сарала Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Рустар соборы» һәм республикала йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Тап күп милләтлелек, дин-ара татыулыҡ төп рухи ҡиммәттәрҙең береһе. Рәсәйҙе утыҙ йылдан ашыу тарҡатырға теләйҙәр. Рәсәй милләттәр дуҫлығы, халыҡтар берҙәмлеге менән генә ситтәрҙең мәкерле эшенә ҡаршы тора. Ултырышта был эштәге етешһеҙлектәр барланып уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ