Йылы биргәс эске биҙәү эштәре башланасаҡ. Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Бөгөнгә эштәр 60 процентҡа теүәлләнгән.
Батареялар беркетелгән, хәҙер уларҙы торбаларға тоташтырыу ғына ҡалған. Дөйөм алғанда мәктәптә 700 батареяны селтәргә тоташтырыу талап ителә. Улар ярҙамында 95 класс һәм башҡа бүлмәләр йылытыласаҡ. Инженер селтәрҙәренән генә белем усағының ни тиклем ҙур буласағын төҫмөрләргә мөмкин.
Кузнецов затонындағы мәктәп 2200 урынға иҫәпләнгән. Ул архитектур йәһәттән дә уникаль объект. Һауанан ҡарағанда бина Әлифбаның тәүге хәрефе формаһын хәтерләтә. Был әлбиттә төҙөлөштә ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙырған.
Элек был урында ҡыуаҡлыҡ ине. Эш башлар өсөн ерҙе бер нисә метрға күтәрергә тура килгән. Төҙөүселәр 250 мең куб метр, йәғни 13 мең йөк машинаһы тупраҡ ташыған. Белем усағы биләмәһе биш гектар майҙанды биләйәсәк. Бында мәктәптән тыш футбол, теннис уйнау өсөн спорт майҙансыҡтары ла төҙөләсәк.



